Өфө ҡалаһындағы 2-се стоматология поликлиникаһы “Электрон сират” системаһы ярҙамында табипҡа яҙылған пациенттарҙы ҡабул итә башланы.
Белгестәр әйтеүенсә, система поликлиникалағы сираттың тыныс һәм тигеҙ барыуын контролдә тоторға ярҙам итәсәк, граждандарҙы ҡабул итеүҙе онлайн тәртибендә камиллаштырыу һәм хеҙмәтләндереү сифатын яҡшыртыу мөмкинлеген бирәсәк. Пациенттар поликлиникаға мөрәжәғәт иткәндә администратор теркәлергә һәм сенсорлы мәғлүмәт терминалындағы “Электрон сират”ҡа яҙылырға булышлыҡ итә.
Мәғлүм булыуынса, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына һәм “һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге берҙәм дәүләт мәғлүмәт системаһы нигеҙендә һаулыҡ һаҡлауҙа берҙәм һанлы контур булдырыу” төбәк проектына ярашлы, республиканың медицина ойошмаларына “Электрон сират” өсөн 235 сенсорлы мәғлүмәт терминалы һәм 470 профессиональ дисплей тапшырылды.
Фото: srk.nationalpriority.ru