Милли проекттар
8 Декабрь 2020, 08:30

Ике ауыл халҡының шатлығы

Юл фермаға тиклем барып еткән. Бынан тыш, хәҙер ҡымыҙ етештерелгән урынға, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һәйкәле эргәһенә барыу еңелләшкән.

Ошо көндәрҙә Фәриҙун һәм Исмәғил ауылдарын тоташтырған һәм фермаға ингән юлды реконструкциялау тамамланды, уның оҙонлоғо 7,81 километр тәшкил итә.
Асфальт юлды төҙөгәндә бөтә талаптар ҙа үтәлгән: киңлеге алты метр тәшкил итә, 104 юл билдәһе һәм 468 сигнал бағанаһы ҡуйылған, горизонталь һыҙат та һыҙылған. Юл фермаға тиклем барып еткән. Бынан тыш, хәҙер ҡымыҙ етештерелгән урынға, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һәйкәле эргәһенә барыу еңелләшкән. Тиҙҙән бында яңы ауыл клубы асылыуы көтөлә.
Туризм һәм мәҙәниәт юл булған ергә килә. Шуға ла Дүртөйлө районының Фәриҙун, Әлшәй районының Исмәғил ауылдары халҡының шатлығы ҙур, улар Дәүләкән һәм Әлшәй юл ремонтлау-төҙөү идаралыҡтарына рәхмәт белдерә.
Фәриҙун – Исмәғил юлы төҙөлөшө “Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү” программаһы буйынса тормошҡа ашырылды. Был иһә Владимир Путиндың май указдарына ярашлы ҡабул ителгән “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проектын тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итә.
Фото: социаль селтәрҙән.
Читайте нас