Милли проекттар
9 Декабрь 2020, 12:00

Яңы йыл ҡаласыҡтары нисәү буласаҡ?

Быйыл урындағы етештереүселәрҙең тауарҙарын ҡулланыуға айырым иғтибар бирелде. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ошондай бурыс ҡуйғайны.

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Борис Беляев муниципаль берәмектәр хакимиәте башлыҡтары менән видеоконференцэлемтә форматында кәңәшмә үткәрҙе. Кәңәшмәлә бер нисә мәсьәлә ҡаралды, уларҙың тәүгеһе яңы йыл байрамдарына әҙерлеккә ҡағылды.
Муниципаль берәмектәр еткергән мәғлүмәткә ярашлы, Башҡортостан Республикаһында ағымдағы йылда 1676 яңы йыл ҡаласығын төҙөкләндереү планлаштырылған.
– Бынан алда пандемияға бәйле яңы йыл ҡаласыҡтары иҫәбен арттырыу кәрәклеген әйтеп үткән инек. Ҡабаттан боҙ ҡаласыҡтары һанын арттырыу мөмкинлеген ҡарауҙы һорайбыҙ. Идарасы компаниялар менән эш алып барығыҙ, ихаталарҙа ҡаласыҡтарҙы тәртипкә килтерегеҙ, – тип мөрәжәғәт итте кәңәшмәлә ҡатнашыусыларға Борис Беляев.
Кәңәшмәнең көн тәртибендәге артабанғы мәсьәләләр ил Президенты Владимир Путиндың "май" указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән "Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу" милли проектын тормошҡа ашырыуға һәм "Башҡорт ихаталары" республика программаһы буйынса эштәрҙе тамамлауға ҡағылды.
Быйыл урындағы етештереүселәрҙең тауарҙарын ҡулланыуға айырым иғтибар бирелде. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров төҙөкләндереү буйынса программаларҙы тормошҡа ашырғанда төбәк төҙөлөш материалдарын етештереүселәргә өҫтөнлөк биреү бурысын ҡуйғайны.
Йорт яны биләмәләрен төҙөкләндереүҙә урындағы етештереүселәрҙең продукцияһы тулыһынса Ғафури, Йылайыр, Ҡырмыҫҡалы, Нуриман райондарында ҡулланылды. Атап әйткәндә, был - балалар майҙансыҡтары, спорт майҙансыҡтары, яҡтыртҡыстар, резина япма, бордюрҙар. Борис Беляев башҡа муниципалитеттарҙың да уларҙың өлгөһөнә эйәреүҙәренә теләк белдерҙе.
Фото: БР Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы.
Читайте нас