“Йылмайыу” тип аталған балалар баҡсаһы 95 урынға иҫәпләнгән. Бында йәмғеһе биш төркөм эшләйәсәк. Иң бәләкәйҙәрҙе ике йәше тулғас баҡсаға аласаҡтар.
Яңы балалар баҡсаһына эргәләге тағы дүрт ауылдан балаларҙы йөрөтәсәктәр. Был эш Рәсәй Президенты Владимир Путиндың "май" указы буйынса бойомға ашырылған “Демография” милли проектына ярашлы башҡарылған. Эштәрҙең дөйөм күләме 84 миллион һум тәшкил иткән.
Был хаҡта Башҡортостан Капиталь төҙөлөш идаралығының баш белгесе Илдар Ғиндуллин әйтеп үтте:
- 14 миллион һум барлыҡ йыһаздарҙы алып ҡуйыуға тотонолдо, 70 миллион төҙөлөш-монтажлау эштәренә сарыф ителде. Эштең бөтөн төҙөлөш нормаларына яуап биреүен һәм сифатлы башҡарылыуын билдәләге килә. Балалар баҡсаһы һаҡ һәм янғынға ҡаршы сигнализация менән йыһазландырылған, видеокүҙәтеү ҡуйылған, үҙ ҡаҙанлығы бар, уйын майҙансыҡтарына резина япма түшәлгән. Республика буйынса йыл аҙағына тиклем тағы ла ошондай 24 объект сафҡа индереләсәк.
Башҡортостандың мәғариф министры урынбаҫары Филүс Минәзов был балалар баҡсаһының асылыуы республикала милли проекттар буйынса эштең йылдам алып барылыуына тағы ла бер миҫал булыуын билдәләп үтте.
- Был - 2019 – 2020 уҡыу йылында сафҡа индерелгән 47-се балалар баҡсаһы. Уны төҙөүгә федераль, республика, муниципаль ҡаҙнанан аҡса бүленде. Балалар баҡсаһында утыҙ кешегә эш урыны булдырылды. Спорт һәм музыка залдары, медицина кабинеты, ашхана һәм башҡа заманса уңайлыҡтар бар. Бөгөн Ҡуян ауылының элекке балалар баҡсаһына 300-ҙән ашыу бала йөрөй. Уларҙың бер өлөшө яңы баҡсаға күсәсәк, - тине Филүс Минәзов.
Краснокама районы хакимиәте башлығы Рөстәм Мусин иһә был баҡсаның асылыуы мәктәпкәсә учреждениеларҙағы сиратты күпкә кәметәсәк тип белдерҙе.
Яңы йылдан иһә “Йылмайыу” бар көсөнә эшләй башлаясаҡ һәм балаларҙы ҡабул итәсәк.
Фото: Краснокама районы сайтынан.