Үҙәк майҙанды төҙөкләндереү барышында демонтажлау һәм электр монтажлау ғәмәлдәре башҡарылды, юлға брусчатка түшәлде, бордюр ташы һалынды, биләмә йәшелләндерелде, бәләкәй архитектур һындар, эскәмйәләр, сүп-сар һауыттары ҡуйылды, өс ҙур йәшел зона барлыҡҡа килде. Амфитеатр һәм сәхнә төҙөлдө.
Кушнаренколағы майҙан хәҙер район халҡының һәм ҡунаҡтарҙың яратҡан ял урынына әүереләсәк. Йәмәғәт биләмәһендә төрлө саралар үткәреү күҙаллана. Бында тотош ғаилә менән ял итеү өсөн уңайлыҡтар тыуҙырылған: балаларға уйын майҙансығы, өлкәндәргә аралашыу урындары бар.