“Коворкинг” тигән һүҙҙе йыш ишетәбеҙ. Нимә ул? Инглиз теленән алынған был һүҙ “хеҙмәттәшлек” тигән мәғәнә бирә. Ә ундай урындарҙа эшләү нимәһе менән отошло һуң?
Коворкинг – ул кәрәкле мәлгә хеҙмәт урыны булдырыу. Ҡыҫҡа ваҡытҡа, мәҫәлән, бер нисә сәғәткә. Бындай ысул, әлбиттә, күпкә отошлораҡ. Өҫтәүенә ундай үҙәктәрҙә барлыҡ шарттар булдырылған: компьютер, сканер, принтер һәм башҡа оргтехника менән йыһазландырылған.
“Башҡортостан Республикаһында иң яҡшы коворкинг” 1-се республика конкурсын Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты ойошторҙо. Сара төбәктәге иң яҡшы коворкингтарҙы асыҡлауға һәм ошо өлкәлә заманса стандарттар булдырыуға йүнәлтелде.
Конкурс Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ итеү” милли проектын, шулай уҡ “Башҡортостан Республикаһында бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм уға ярҙам” дәүләт программаһын тормошҡа ашырыу нигеҙендә үткәрелде.
Башҡортостандың иң яҡшы коворкингтары исемлегенә Өфөләге “Киләсәк фабрикаһы” һәм “The time office”, тағы Мәләүездәге, Стәрлетамаҡтағы үҙәктәр инде. Бынан тыш, тағы Салауат районындағы, Сибайҙағы һәм Нефтекамалағы коворкингтар яҡшы тип танылды. Беренсе урынды яулағандар йыл һайын үткәрелгән Бөтә Рәсәй “Russian Coworking Awards-2020” һөнәри премияһына бәйгелә ҡатнашыу өсөн сертификат алды.
Фото: Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты.