Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
19 Декабрь 2020, 14:00

Урынға ҡытлыҡ булмаясаҡ

Дәүләкән ҡалаһында 110 урынлыҡ балалар баҡсаһы сафҡа индерелде.

Дәүләкән ҡалаһында 110 урынлыҡ балалар баҡсаһы сафҡа индерелде.
Мәктәпкәсә учреждение Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Демография” милли проектына һәм Адреслы республика инвестиция программаһына ярашлы төҙөлдө.
Мәғлүм булыуынса, социаль объектты былтыр йәй һала башлағайнылар. Баҡса алты төркөмгә, шул иҫәптән ике ясле төркөмөнә иҫәпләнгән. Проектта биләмәне зоналарға бүлеү ҡаралған. Уйын зонаһына алты төркөм һәм бер дөйөм физкультура майҙансығы инә. Бында бәләкәй архитектур һындар, эҫенән һаҡлай торған лапаҫтар ҡуйылған. Бинаның эсендә хәрәкәт итеү мөмкинлеге сикләнгән кешеләр өсөн лифт бар.
Әйткәндәй, йыл аҙағына тиклем Дәүләкән ҡалаһында “Демография” милли проекты нигеҙендә 130 урынлыҡ йәнә бер мәктәпкәсә учреждениены файҙаланыуға тапшырыу күҙаллана. Был балалар баҡсаларындағы урындарға ҡытлыҡ мәсьәләһен тулыһынса хәл итәсәк.
110 урынлыҡ баҡсаны асыу тантанаһы 25 декабргә планлаштырыла.
Фото: building.bashkortostan.ru
Читайте нас в