Милли проекттар
19 Декабрь 2020, 11:00

Йөҙгә етә яҙҙы...

Мишкә районының Иҫке Арзамат һәм Изимари ауылдарында яңы модулле фельдшер-акушерлыҡ пункттары асылды.

Республикала “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын тормошҡа ашырыуға коронавирус кәртә була алманы. Быйыл район биләмәләрендә модулле 97 фельдшер-акушерлыҡ пункты ишектәрен асты.
Был маҡсатҡа федераль бюджеттан 269 миллион һум аҡса йүнәлтелде. Шулай уҡ яңы медицина ҡорамалдары, йыһаздар алынды.
Ошо мөһим проектҡа ярашлы, Мишкә районының Иҫке Арзамат һәм Изимари ауылдарында яңы модулле фельдшер-акушерлыҡ пункттары асылды, тип хәбәр итәләр Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан. Иҫке Арзаматта 600-ҙән ашыу халыҡ йәшәй, 150-һе – балалар. Изимариҙа 390 кеше донъя көтә. Оҙаҡламай фельдшерҙар яңы биналарҙа эш башлаясаҡ һәм ауылдаштарына квалификациялы медицина ярҙамы күрһәтәсәк.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарын тормошҡа ашырыу бурысы ҡуйылған. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, йәшәү өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыу ҙур урын алып тора.
Фото: Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.
Читайте нас