Милли проекттар
20 Декабрь 2020, 11:30

Төп бүләк – бәләбәйҙәрҙә

Баһалама комиссияһы төп бүләкте “Паяц” эстрада миниатюралары театрына тапшырырға ҡарар итте.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәҙәниәт” милли проектына ярашлы, Бәләбәй ҡалаһы Мәҙәниәт һарайының “Паяц” эстрада миниатюралары театрының халыҡ коллективы “Афарин, Рәсәй!” Бөтә Рәсәй балалар, йәштәр һәм өлкәндәрҙең ижади конкурсында ҡатнашты.
Конкурс программаһы 12 октябрҙән 4 декабргә тиклем ситтән тороп уҙғарылды.
Сарала һәүәҫкәрҙәр ҙә, профессионалдар ҙа – илдең төрлө төбәктәренән төрлө сәнғәт төрҙәренә ҡараған коллективтар һәм айырым башҡарыусылар көсөн һынап ҡараны. Конкурсҡа вокал, хореография, театр ижады, инструменталь ижад, цирк, һынлы, биҙәү-ҡулланма сәнғәте, фотография һәм кинематография номинацияларында әҫәрҙәр тәҡдим ителде.
Баһалама комиссияһы төп бүләкте “Паяц” эстрада миниатюралары театрына тапшырырға ҡарар итте. Театр солистары Д. Кудерчук һәм Н. Ғәлиева – II, ә А. Марченко III дәрәжә диплом менән бүләкләнде.
Билдәле булыуынса, "Мәҙәниәт" милли проекты "Мәҙәни мөхит", "Ижади кешеләр" һәм "Һанлы мәҙәниәт" федераль проекттарынан тора.
Фото: vk.com
Читайте нас