Дәүләкән халҡын бер нисә йыл көнүҙәк проблема – медицина учреждениеларының, атап әйткәндә, балалар һәм стоматология поликлиникаларының төрлө урындарҙа урынлашыуы борсой ине. Әлбиттә, был күп уңайһыҙлыҡтар тыуҙырған.
Ошо мәсьәләне хәл итеү өсөн Дәүләкәндә бихисап эш башҡарылған. Ул бер нисә этаптан торған. Тәүҙә элекке терапия корпусына ремонт эшләгәндәр, унда хәҙер балалар поликлиникаһы, өлкәндәр һәм бәләкәстәр өсөн стоматология, физиотерапия бүлеге урынлашҡан.
Яңыртылған бина барлыҡ санитар талаптарға яуап бирә. Һәр категория өсөн айырым инеү урындары булдырылған. Бөгөнгө эпидемиологик хәл ваҡытында был бигерәк тә көнүҙәк. Пациенттар өсөн гардероб, уңайлы регистратура, төрлө процедуралар кабинеттары ла булдырылған.
Был эштәрҙең барыһы ла “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә башҡарылған. Дауахананың баш табибы Айҙар Салауатов әйтеүенсә, был ҙур эштәр ике йыл дауамында башҡарылған, күсеү алдынан етди әҙерлек үткәндәр.
Ремонттан тыш, дауахана ҡаласығы биләмәһе лә тәртипкә килтерелгән. Медицина учреждениеһы өсөн яңы йыһаз-ҡорамалдар ҡайтарылған, лицензия алынған.
Урындағы эшҡыуарҙар, страховкалау команиялары, башҡа бағымсылар ҙа һиҙелерлек ярҙам күрһәткән.
Урындағы халыҡ яңы учреждениены баһаларға ла өлгөргән: иң мөһиме, хәҙер дауаханаға йөрөү бик уңайлы, бөтә белгестәр ҙә, дарыухана ла, автобус туҡталҡаһы ла – бер урында.
“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына килгәндә, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы булдырылған ошо башланғысҡа ярашлы, республикабыҙҙың медицина тармағы һуңғы йылдарҙа ҙур үҙгәрештәр кисерә, район һәм ҡалаларҙағы медицина учреждениеларының матди-техник хәле заманға ярашлы яңыртыла.
Фото: Дәүләкән районы хакимиәте.