Милли проекттар
25 Декабрь 2020, 06:30

Нуриман районына 50 контейнер юлланды

Контейнерҙар көйһөҙ һауа шарттарына бирешмәй, экология нормаларына тап килә, файҙаланыу ваҡыты үткәс ҡайтанан эшкәртелә ала.

Ошо көндәрҙә ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү буйынса төбәк операторы – Ҡаланы йыйыштырыу буйынса махсус автохужалыҡ Нуриман районына 50 евроконтейнер ебәрҙе.
Контейнерҙарҙың был партияһы һәр йәһәттән камиллаштырылған. Улар ныҡлы конструкцияға эйә, көйһөҙ һауа шарттарына бирешмәй, заманса экология нормаларына тап килә, файҙаланыу ваҡыты үткәс ҡайтанан эшкәртелә ала. Йыл аҙағына тиклем бөтә биләмәләрҙә 800 дана күсмә пластик евроконтейнер барлыҡҡа киләсәк.
Махсус автохужалыҡ шулай уҡ Өфө, Архангел, Балаҡатай райондарында ла контейнерҙар паркын яңыртыуҙы планлаштыра. Был халыҡҡа күрһәтелгән хеҙмәттәр сифатын яҡшыртыу һәм Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Экология” милли проектының “Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеүҙең комплекслы системаһын булдырыу” федераль проектының һөҙөмтәлелек күрһәткестәренә өлгәшеү мөмкинлеген бирәсәк.
Мәғлүм булыуынса, республика биләмәһендә бөтәһе 20 меңдән ашыу контейнер майҙансығы йыһазландырылған, 53 меңдән ашыу контейнер ҡуйылған.
Фото: ecology.bashkortostan.ru
ДУҪТАР! Һеҙҙең был яңылыҡҡа бәйле фекерегеҙҙе беҙҙең социаль селтәрҙәрҙәге төркөмдәребеҙҙә белдерергә саҡырабыҙ:
https://vk.com/gazetabashkortostan
https://facebook.com/gazeta.bashkortostan
Читайте нас