Яҡын арала Нуриман районындағы Первомайск ауылында һәм Шаран районы үҙәгендә яңы белем усаҡтары сафҡа инәсәк. Был хаҡта республика Хөкүмәтендә үткән кәңәшмә барышында Төҙөлөш һәм архитектура буйынса министрлыҡ мәғлүмәттәренә ярашлы әйтеп үтелде.
Нуриман районының Первомайск ауылындағы мәғариф учреждениеһы 60 урынға иҫәпләнгән мәктәп менән 20 урынлыҡ балалар баҡсаһын берләштерә. "Яңы мәктәп беҙҙең ауыл өсөн күптән кәрәк ине. Иҫкеһе - авария хәлендә. Шулай уҡ балалар баҡсаһы төҙөү ҙә көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһе һаналды", - тип билдәләне Первомайск ауыл ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Федор Әхмәҙуллин.
Шаран районы үҙәгендәге яңы бина әлеге ваҡытта эшләп килгән 1-се һанлы урта мәктәпкә төкәтмә итеп төҙөлгән, унда башланғыс кластар өсөн тәғәйенләнгән 250 урынлыҡ уҡыу блогы һәм 250 урынлыҡ ашхана урынлашасаҡ.
Республиканың төҙөлөш һәм архитектура буйынса министры Рәмзил Күсәрбаев объекттарҙа эштәрҙең тамамланыуы һәм уларҙың Торлаҡ һәм төҙөлөш күҙәтеүе буйынса дәүләт комитеты тарафынан тикшереү үтергә әҙерләнеүе хаҡында белдерҙе.
Был ике объект төҙөлөшөнә 347,7 миллион һум аҡса бүленгән, шуның 232,7 миллион һумы – федераль бюджеттан. Әйткәндәй, яңы белем усаҡтары ил Президенты Владимир Путиндың май указдарында билдәләнгән “Мәғариф” милли проектына ярашлы төҙөлдө.