Дүртөйлө ҡалаһында Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Демография” милли проектына ярашлы төҙөлгән “Бала саҡ иле” балалар баҡсаһы 12 төркөмгә һәм 220 сабыйға иҫәпләнә.
Баҡса бинаһы өс ҡатлы ике блоктан тора. Унда физкультура, музыка һәм өҫтәмә күнекмәләр залдары бар. Биләмәләге уйын майҙансыҡтарында күләгәле лапаҫтар эшләнгән. Объектҡа электр, һыу, йылылыҡ селтәрҙәре тулыһынса үткәрелгән.
“Ремонт дауам итә, өсөнсө ҡатта буяу эштәре башланырға тора. Икенсе һәм өсөнсө ҡаттарҙа бүлмә ишектәре ҡуйылған, верандаларҙы ҡороу тамамланып килә. Аҙыҡ-түлек блогы, мелицина кабинеты өсөн һәм урам ҡорамалдарының бер өлөшөн килтерҙеләр”, – тине балалар баҡсаһы мөдире Изольда Апҡадирова.
Яңы балалар баҡсаһы мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларындағы урындарға ҡытлыҡты кәметәсәк, өҫтәмә эш урындары булдырыу мөмкинлеген бирәсәк.
Фото: srk.nationalpriority.ru