Милли проекттар
27 Декабрь 2020, 14:00

Шаҙы аша күпер файҙаланыуға тапшырылды

Мишкә районы Бөрө – Таҙтүбә – Һатҡы автомобилдәр юлындағы Шаҙы йылғаһы аша күпер файҙаланыуға тапшырылды.

Мишкә районының Бөрө – Таҙтүбә – Һатҡы автомобилдәр юлындағы Шаҙы йылғаһы аша күпер файҙаланыуға тапшырылды.
Был ил Президенты Владимир Путиндың “май” указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” милли проекты ярҙамында мөмкин булды, тип хәбәр итә Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы. Был милли проекттың төп маҡсатты – Рәсәй төбәктәрендә сифатлы һәм ышаныслы транспорт инфраструктураһын барлыҡҡа килтереүҙе тормошҡа ашырырға булышлыҡ итеү.
Ремонт эштәре атҡарылған юлдың оҙонлоғо – 61,5, киңлеге – 9 метр. Бынан тыш, тағы 0,75 метрлыҡ ике хеҙмәт үткеле ҡаралған.
Ведомствоның матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, күперҙең яр буйҙары, терәк-арауыҡтары нығытылған. Асфальт япмаһы алмаштырылған. Хәүефһеҙлекте арттырыу өсөн яңы барьер кәртәләре ҡуйылған.
Эксперимент рәүешендә күперҙең баҫҡыс рәшәткәләре композит материалдан эшләнгән. Уны төп өҫтөнлөктәре – ныҡ ауыр түгел, коррозия йәһәтенән ныҡ, файҙаланғанда хеҙмәтләндереү өсөн сығымдар талап ителмәй, конструкция элементтарын оҙайлы ваҡыт файҙаланырға мөмкин.
Фото: Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы.
Читайте нас