Милли проекттар
28 Декабрь 2020, 13:30

Батарейканы тапшыр – планетаны ҡотҡар!

Ташланған бер батарейка 20 квадрат метр майҙан ерҙе ауыр металдар менән зарарлай.

Өфөнөң һәм илдең 29 ҡалаһынан уҡыусылар Likee моциаль селтәрендәге “Дөрөҫ һәм модалы үтилләштер” челленджында ҡатнашты. Сара 7 – 23 декабрҙә “Экология” милли проектының “I һәм II класлы ҡалдыҡтар менән эш итеү инфраструктураһы” федераль һәм “Экохәстәрлек” масштаблы проекттары сиктәрендә үткәрелгәйне. Унда ҡатнашыусылар һәм билдәле блогерҙар бер тапҡыр ҡуллана торғаны урынына күп тапҡыр файҙаланырға мөмкин булған батарейкаларҙы һәм уларҙы ҡайтанан эшкәртеү хаҡында 2983 видео төшөргән. Ошо роликтарҙы туғыҙ миллион кеше ҡараған һәм туғыҙ тоннанан ашыу батарейка үтилләштерелгән.
– Республикабыҙ тотош төбәктә тормошҡа ашырылған “Йәшел Башҡортостан” экологик проекты сиктәрендә бер нисә йыл инде Рәсәй кимәлендә ойошторолған сараларҙа әүҙем ҡатнаша. Көндәлек тормошта файҙаланылған батарейкалар тирә-яҡ мөхиткә кире йоғонто яһай. Үҫеп килгән быуынды ҡалдыҡтарҙың һәр төрө менән эш итеүгә өйрәтергә кәрәк. Шуға балалар экологик мәҙәниәтте һәм экологик грамоталылыҡты күтәреүгә йүнәлтелгән проектҡа йәлеп ителгән. Шулай итеп, улар батарейкаларҙы йыйыу һөҙөмтәһендә хәүефле ҡалдыҡтарҙы үтилләштереүгә өлөш индергәнен белә, – ти республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының матбуғат секретары Ренара Ғазина.
Файҙаланылған батарейкаларҙы йыйыу балаларҙа экологик мәҙәниәт формалаштырыу, көндәлек тормошта ҡаты ҡалдыҡтарҙы айырым йыйыу һәм уларҙы ҡайтанан эшкәртеү маҡсатында атҡарылған. Был Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Экология” милли проекты бурыстарына тап килә.
Әйткәндәй, 2017-2018 йылдарҙа тәбиғәтте һаҡлау маҡсатындағы “Экобокс” социаль проектына ярашлы, Өфө ҡалаһындағы Балалар экология һәм биология үҙәге тарафынан “Батарейканы тапшыр – планетаны ҡотҡар!” тигән акция үткәрелгәйне. Әлеге сара шул күркәм башланғыстың дауамы булып тора. Әйткәндәй, ташланған бер батарейка 20 квадрат метр майҙан ерҙе ауыр металдар менән зарарлай. Ошо хаҡта онотмайыҡ, дуҫтар!
Фото: республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы.
Читайте нас