Бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә беренсе вице-премьер – Хөкүмәт Аппараты етәксеһе Илшат Тажетдинов 2020 йылда республикала милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу тураһында һөйләне.
Милли проект сараларын финанслау өсөн 31 миллиард һум аҡса бүленгән, уның 20 миллиарды - федераль бюджеттан. Һөҙөмтәлә 24 балалар баҡсаһы, биш мәктәп, 110 фельдшер-акушерлыҡ пункты, Республика онкология диспансерының хирургия корпусына яңы төкәтмә, 200 берәмек яңы медицина ҡорамалы, шул иҫәптән КТ һәм МРТ, барлыҡҡа килде һәм алынды. Ҡала һәм райондарҙа 103 заманса йәмәғәт биләмәһе булдырылды, Ишембай, Бөрө һәм Бәләбәйҙә иһә Бөтә Рәсәй уңайлы ҡала мөхите конкурсында еңгән өс проект тормошҡа ашырылды. Бынан тыш, милли проект ярҙамында 300 километр юл капиталь ремонтланды, 2,5 миллион квадрат метр яңы торлаҡ төҙөлдө, 900 социаль әһәмиәттәге объект интернетҡа тоташтырылды.
– Мөһим милли проектарҙың береһе – “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ”. Үтеп барған йыл был тармаҡ өсөн еңел булманы. Бәләкәй бизнес субъекттары кәмене, тик шул уҡ ваҡытта бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡта мәшғүлдәр һаны 2019 йыл менән сағыштырғанда 3,5 процентҡа артты. Әле тармаҡта 443 мең кеше хеҙмәт итә, – тине Илшат Тажетдинов.
Уның билдәләүенсә, бәләкәй бизнес үҫешенә ярҙамдың төбәк институттары ла булышлыҡ итә. Мәҫәлән, Башҡортостандың микрофинанс компанияһы 675 миллион һумлыҡ 546 микрозайм, Гарантия фонды 870 миллион һумлыҡ 116 поручителлек биргән, был 1,9 миллиард һум заемлы финанслауҙы йәлеп иткән. Республиканың 43 компанияһы 1,1 миллиард һумлыҡ лизинг ярҙамы алған. Муниципаль программалар сиктәрендә меңдән ашыу эшҡыуар субсидия алыуға өлгәшкән.
Стәрлетамаҡ һәм Ишембай райондарында “Алға” махсус иҡтисади зонаһын булдырыу инвесторҙар йәлеп итеү мөмкинлеге биргән. Бөгөндән алты компания резидент булып киткән һәм республикаға 10 миллиард һум инвестиция индереп, 1400 эш урыны булдырырға йыйына. Оҙаҡламай 90 миллиард һумлыҡ инвестициялар менән тағы ете компания килмәксе, улар ике меңдән ашыу эш урыны булдырасаҡ.
– Һеҙ быйыл ҙур һәм күләмле эш башҡарҙығыҙ. Һеҙгә һәм коллегаларығыҙға ҙур рәхмәт, - тине Радий Хәбиров.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.