Милли проекттар
28 Декабрь 2020, 06:30

“Минең эшҡыуарлыҡ” – иң яҡшыларҙың береһе

Рәсәйҙең Иҡтисади үҫеш министрлығы Башҡортостандағы “Минең эшҡыуарлыҡ” илдәге иң яҡшы үҙәктәрҙең береһе тип белдерҙе.

Рәсәйҙең Иҡтисади үҫеш министрлығы Башҡортостандағы “Минең эшҡыуарлыҡ” илдәге иң яҡшы үҙәктәрҙең береһе тип белдерҙе.
2020 йылда илдә күпкә һөҙөмтәлерәк эшләгән “Минең эшҡыуарлыҡ” үҙәктәре араһында республикалағын да билдәләгәндәр.
“Быйыл “Максималь йәлеп итеү”, “Эшҡыуарлыҡ өсөн иң яҡшы киңлек”, “Һөҙөмтәлелек”, “Иң яҡшы үҙәк”, “ Иң яҡшы микрофинанслау”, “Иң яҡшы төбәк гарантия ойошмаһы” номинациялары буйынса “Минең эшҡыуарлыҡ” үҙәктәре рейтингын үткәреп ҡараныҡ. Беҙҙең баһалауҙар буйынса көрсөк осоронда һәм күрһәткестәр буйынса Төмән өлкәһендәге, Хабаровск крайындағы, Ленинград өлкәһендәге, Башҡортостандағы һәм Удмуртиялағы “Минең эшҡыуарлыҡ” үҙәктәре һөҙөмтәлерәк эшләгән”, – тип белдергән Рәсәйҙең иҡтисади үҫеш министры урынбаҫары Татьяна Илюшникова “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа һәм эшҡыуарлыҡ башланғыстарына ярҙам итеү” милли проектын тормошҡа ашырыу һөҙөмтәләренә арналған сығышында. Ул тағы ла һуңғараҡ анығыраҡ рейтингтарҙың иғлан ителәсәге хаҡында белдергән.
Әйткәндәй, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғыстарына ярҙам итеү” милли проекты ил Президенты Владимир Путиндың “май” указы нигеҙендә барлыҡҡа килгәйне.
Читайте нас