Милли проекттар
28 Декабрь 2020, 17:30

Стәрлебаш йүнселе ҡымыҙ етештермәксе

Ул “Агростартап” конкурсында ҡатнаша һәм байтаҡ аҡса ота.

Стәрлебаш районынан фермер Алмас Рәхимҡолов ғаилә ҡорғас та үҙ хужалығын асыу теләге менән яна башлай. Ата-әсәһенең йылҡысылыҡ һәм ҡымыҙ етештереү менән уңышлы шөғөлләнеүен күргән йүнсел ир-егет ошо эштә үҙен һынап ҡарарға була.
“Агростартап” конкурсында ҡатнаша һәм байтаҡ аҡса ота. Өс миллион һумға һәм үҙенең йыйған аҡсаһына Алмас 29 бейә, бер тоҡом айғыры, мал аҙығы әҙерләү өсөн пресс-йыйғыс һатып ала. Әле фермер бейә һөтөнән ҡымыҙ етештерергә ниәтләй. Бының өсөн ҡымыҙ цехы төҙөргә теләй, дәүләт ярҙамы мөмкинлектәрен өйрәнә.
Мәғлүм булыуынса, Башҡортостанда Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты нигеҙендә ауылда яңы эш башлаған 68 эшҡыуар 211,5 миллион һумлыҡ “Агростартап” грантын алды.
Фото: agriculture.bashkortostan.ru
Читайте нас