Өс йәшкә тиклемге сабыйҙарға балалар баҡсаларында урын булдырыу республикала төп бурыстарҙың береһе булып тора. Айырыуса ғаиләлә тәүге бала тыуғас, йәш ата-әсәләргә ауырлыҡтарҙы эҙмә-эҙлекле үтергә ярҙам итеү, ата-әсәлек бәхетен тулы кимәлдә татыу мөмкинлеге биреү, йәштәрҙең артабан да икенсе һәм өсөнсө бәпес артынан ҡурҡмай барыуҙарына ышаныс тыуҙыра, ти белгестәр.
Шуға ла “Демография” милли проекты буйынса шәхси балалар баҡсаларын төҙөүгә сығымдар бүлеү ҡарала, шәхси мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларында урындар булдырыуға федераль бюджеттан субсидиялар бүленә. Мәҫәлән, 2020 йылда Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығы әлеге программаға ярашлы 200-ҙән ашыу өҫтәмә урын булдырыуға өлгәшкән.
Йәмғеһе был сараға 24 миллион 675,7 мең һум аҡса сарыф ителгән. Сығымдарҙың 24 миллион 182 мең һумы - федераль бюджеттан, 493,6 мең һумы республика ҡаҙнаһынан бүленгән. Башлыса был урындар Өфөлә булдырылған: “Буратино”, “Я - ГЕНИЙ”, “Софи”, “Радуга Уфа” балалар баҡсалары сабыйҙарҙы ҡабул итә.
“Ҡатын-ҡыҙҙарҙың мәшғүллегенә булышлыҡ итеү – өс йәшкә тиклемге балаларға мәктәпкәсә белем биреү өсөн шарттар тыуҙырыу” төбәк проектына һәм “Демография” милли проектына ҡушылған балалар баҡсаһының береһе – Нуғай ауылындағы “Буратино” баҡсаһы. Бында өс йәшкәсә сабыйҙарға 36 өҫтәмә эш урыны булдырылған. Дүрт төркөм заманса йыһазландырылған, 1,5 йәштән өс йәшкәсә сабыйҙарҙы ҡарау өсөн бөтә шарттар булдырылған. Көслө педагогтарҙан торған коллектив тупланған.
2021 йылда иһә Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығы шәхси балалар баҡсаларында 400-ҙән ашыу урын булдырырға планлаштыра. Был маҡсатҡа 49 360,0 мең һум аҡса бүленгән, шуның 48 372,8 мең һумы - федераль, 978,200 мең һумы республика ҡаҙнаһынан ҡапланасаҡ.
Фото: Башҡортостандың мәғариф һәм фән министрлығы сайтынан алынды.