Илеш үҙәк район дауаханаһы Яңы йыл алдынан бик үҙенсәлекле һәм кәрәкле бүләк алған. Республикаға билдәле предприятие – “Илеш элеваторы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте һаулыҡ һаҡлау ойошмаһына яңы “Ашығыс ярҙам” машинаһы бүләк иткән. Ошо көндәрҙә Илеш элеваторы вәкиле Николай Тюлюлюкин Илеш үҙәк район дауаханаһы баш табибы Рәзидә Ғатауллинаға автомобиль асҡысын тапшырған.
Был хәлгә яуап итеп, Илеш районы хакимиәте башлығы Илдар Мостафин Николай Тюлюлюкинды район хакимиәтенең Рәхмәт хаты һәм иҫтәлекле бүләк менән наградлаған.
Шуны билдәләргә кәрәк: Илеш элеваторы – сит илдәргә туранан-тура иген ебәрә алған предприятие. Элеваторҙың бының өсөн мөмкинлектәре бар - ул миҙгеленә 100 мең тонна иген ебәреү ҡеүәтенә эйә.
Әйткәндәй, 2019 йылдың майында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашлығындағы “Инвестиция сәғәте”ндә предприятиеның игенде туранан-тура Иранға, Төркиәгә, Балтик буйы илдәрендә сығара алыуы өсөн ярҙам күрһәтеләсәге хаҡында һөйләшеү булғайны. Ошо ҡарарҙы тормошҡа ашырыу маҡсатында йәй буйы Ағиҙел йылғаһы буйлап, күрше Татарстандың Аҡтаныш районындағы Әзәкүлдән алып Башҡортостандың Илеш районындағы Груздевка ауылына тиклем, йылғаны тағы тәрәнәйтеү буйынса эштәр атҡарылды.
Әйткәндәй, Илеш элеваторының игенде сит илдәргә оҙатыуы ил Президенты Владимир Путиндың “май” указы нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты ярҙамында мөмкин булды.
Фото: Илеш районы хакимиәте.