Милли проекттар
30 Декабрь 2020, 12:00

Күмертауҙа ла яңы офис асылды

Бер йыл эсендә йүнселдәргә 13 меңдән ашыу хеҙмәт күрһәтелгән.

Ошо көндәрҙә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проектына ярашлы, Башҡортостанда “Минең бизнесым” үҙәгенең дүртенсе офисы асылды. Ул Күмертау ҡалаһында эшен башланы.
Эшҡыуарҙар өсөн яңы йәмәғәт киңлеге Күмертауҙағы һәм күрше райондарҙағы бәләкәй һәм урта бизнес вәкилдәренә “берҙәм тәҙрә” тәртибендә 100-ҙән ашыу хеҙмәт төрөнә эйә булыу мөмкинлеген бирәсәк. Улар иҫәбенә һалым һалыу һәм бухгалтер иҫәбе, юридик мәсьәләләр буйынса консультациялар, персонал һайлау, маркетинг, үҫешкә ярҙам итеү йәһәтенән кәңәштәр инә.
“Минең бизнесым” иң әһәмиәтле үҫеш институты булып ҡала. Бер йыл эсендә бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарына, үҙ эшен башларға теләгән йүнселдәргә 13 меңдән ашыу хеҙмәт күрһәтелгән. Әлегә тиклем республикала “Минең бизнесым”дың өс офисы эшләй ине. Шуларҙың икәүһе – Өфөлә, берәүһе – Нефтекамала.
Фото: biznestur.bashkortostan.ru
Читайте нас