Милли проекттар
31 Декабрь 2020, 10:10

Экзоһөлдә ярҙамында хәрәкәт итәләр

Сабыйҙарҙың психоэмоциональ хәле яҡшыра, һауығыуға ышанысы арта.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә Республика балалар клиник дауаханаһында экзоһөлдә моделе барлыҡҡа килде. Ул мөмкинлектәре сикләнгән балаларға медицина реабилитацияһы үткәреү мөмкинлеген бирә.
– Әле экзоһөлдәлә биш бала тәүге дауаланыу курсы үтте. Беренсе күнекмә 1,5-2 сәғәт ваҡытты ала. Унан һуң 15-20 минут баланың һаулығын күҙәтәбеҙ. Тәүге күнекмәнән һуң әллә ни ҙур уңыштар күренмәй, әлбиттә. Шулай ҙа сабыйҙарҙың психоэмоциональ хәле яҡшыра, һауығыуға ышанысы арта, – тине Балалар психоневрология һәм эпилептология үҙәге мөдире Гөлнара Зәбирова.
Башта күнекмәләр белгестәр күҙәтеүендә үтә, артабан бала аппарат ярҙамында үҙаллы хәрәкәт итә башлай. Реабилитация курсы ун көн дауам итә. Ул йылына өс тапҡыр үткәрелергә тейеш.
Әйткәндәй, ошондай уҡ экзоһөлдә моделе Өфөнөң 17-се балалар клиник дауаханаһына ла тапшырылды.
Фото: health.bashkortostan.ru
Читайте нас