Милли проекттар
1 Ғинуар 2021, 13:00

Октябрьский ауылында амбулатория асылды

Амбулатория заман талаптарына тулыһынса яуап бирә.

Ошо көндәрҙә Өфө районында сираттағы медицина объекты асылды.
Октябрьский ауылының Гараж урамындағы табип амбулаторияһын Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы заказы буйынса шәхси эшҡыуар Э.И. Яҡупов төҙөгән. Уның майҙаны – 177,8 квадрат метр, хаҡы – алты миллион һум. Бина Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Тәүге медицина-санитария ярҙамы күрһәтеү системаһын үҫтереү” проектына ярашлы һалынған.
Амбулатория заман талаптарына тулыһынса яуап бирә. Унда халыҡҡа ярҙамы күрһәтеү һәм персоналдың эше өсөн уңайлы шарттар тыуҙырылған. Терапевт, педиатр, стоматолог, прививкалар һәм процедуралар кабинеттары, ҡаралыу, дарыуҙар һаҡлау, хеҙмәткәрҙәр өсөн бүлмәләре, көндөҙгө стационар, санузел бар. Амбулатория табиптар һәм шәфҡәт туташтары менән тәьмин ителгән.
Яңы амбулатория Октябрьский, Шемәк, Бейғол, Яңы Троевка, Первомайский ауылдары халҡын хеҙмәтләндерә.
Фото: ufim.bashkortostan.ru
Читайте нас