Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Тәүге медицина-санитария ярҙамы күрһәтеү системаһын үҫтереү” төбәк проектына ярашлы, Хәйбулла районының Әбүбәкер ауылында яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды.
Яңы ФАП урындағы халыҡ өсөн ысын Яңы йыл бүләге булды, сөнки улар был ваҡиғаны күптән көтә ине. Әбүбәкерҙәр хәҙер санитария нормаларына яуап биргән, тейешле ҡулайламалар һәм ҡорамалдар менән тәьмин ителгән өр-яңы медицина пунктына эйә булды. Бында пациенттарҙы ҡабул итеү, персоналдың эше өсөн бөтә шарттар тыуҙырылған: прививкалар, процедуралар яһау, өлкәндәрҙе ҡарау, дарыуҙарҙы, дезинфекция сараларын һаҡлау, хеҙмәткәрҙәр өсөн бүлмәләр бар. Учреждениела тәүге медицина-санитария, шул иҫәптән ашығыс һәм акушерлыҡ-гинекология өлкәһендә ярҙам күрһәтелә, анализдар алына.
Яңы медицина пункты 600-ҙән ашыу кешене хеҙмәтләндерәсәк, шуның 126-ы - балалар. ФАП-ты асыу тантанаһында һаулыҡ һаҡлау ветераны, бар ғүмерен ошо ауыл халҡының сәләмәтлегенә арнаған элекке ауыл фельдшеры Мәрйәм Әбүбәкерованы 80 йәше менән ҡотланылар. Әле был юлды Тәслимә Билалова дауам итә, уға ла район хакимиәтенең Маҡтау грамотаһы тапшырылды.
Әйткәндәй, былтыр районда ошондай биш заманса медицина учреждениеһы сафҡа инде, быға тиклем Әбеш, Татырүҙәк, Атингән һәм Степной ауылдарында яңы ФАП-тар ҡалҡты.
Фото: Хәйбулла районы хакимиәте сайты.