Милли проекттар
2 Ғинуар 2021, 12:00

“Фермер мәктәбе” уҡырға саҡыра

Башҡортостан дәүләт аграр университетында федераль проектҡа ярашлы ике айлыҡ уҡыуҙар ойоштороласаҡ.

Башҡортостан дәүләт аграр университетында “Фермер мәктәбе” федераль проектына ярашлы ике айлыҡ уҡыуҙар ойоштороласаҡ.
Ошондай уҡ сара 2020 йылдың 1 сентябренән башланып, ике ай дауам итте, ноябрь аҙағында дипломдар тапшырылды. 2021 йылдың 24 февралендә иһә “Һыуҙа йөҙгән ҡош” һәм “Умартасылыҡ” белгеслегенә уҡыуҙар башланасаҡ.
Сираттағы уҡыуҙар ҙа Башҡортостан дәүләт аграр университетында ойошторола. Сара ил Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына ярҙам итеү” милли проекты нигеҙендә тормошҡа ашырыла.
Шулай итеп, “Россельхозбанк” республиканың Ауыл хужалығы министрлығы һәм Башҡортостан дәүләт аграр университеты менән берлектә ауыл хужалығы тармағында яңы эш башлаған йүнселдәргә яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшергә, уларҙың квалификацияһын күтәрергә булышлыҡ итәсәк. Проектта ҡатнашыу өсөн 2021 йылдың 30 декабренән 20 ғинуарына тиклем “Һыуҙа йөҙгән ҡош” йәки “Умартасылыҡ” йүнәлештәре буйынса konkyrsmcx@mail.ru электрон адресы буйынса эссе, презентация йәки видео ролигы ебәрергә кәрәк.
Конкурста ҡатнашыу шарттары менән тулыраҡ Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы (https://agriculture.bashkortostan.ru/), Башҡортостан дәүләт аграр университеты (https://www.bsau.ru/), Башҡортостандың Ауыл хужалығы консультациялар үҙәге ( http://www.cckrb.ru/about/our_team/) сайттарында белергә мөмкин.
Читайте нас