Быйыл, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәҙәниәт” милли проектына ярашлы, Балаҡатай районындағы Балалар сәнғәт мәктәбе төрлө яҡлап үҫтерелде.
Атап әйткәндә, учреждение өсөн 194 төрлө уҡытыу-методика материалы-методик ҡулланмалар, нота әҙәбиәте, һынлы сәнғәт буйынса нәфис-дидактик таблицалар, теория һәм сольфеджио, музыка, хореография буйынса материалдар, Рәсәй һәм сит ил композиторҙарының портреттары һатып алынды. Уҡыу ҡулланмаларының күпселеге DVD диск менән бергә килә. Был материалды төплөрәк өйрәнеү мөмкинлеген бирә.
“Заманса инновациялы технологияларҙы айырып билдәләге килә. Интерактив уҡыу ҡулланмаһы иллюстрацияларҙы, интератив күнегеүҙәрҙе һәм тестарҙы үҙ эсенә ала. Улар материалды өйрәнеүҙе еңеләйтә, уны хәтерҙә ҡалдырырға ярҙам итә. Бындай ҡулланмалар уҡыусыларға бик оҡшай. Улар дәрестәрҙә ҙур теләк менән ҡатнаша. Бындай материалдар мәктәпкә уҡытыуҙың сифат йәһәтенән яңы кимәленә сығыу мөмкинлеген бирәсәк”, – тине балалар сәнғәт мәктәбе директоры Гөлфирә Минһажева.
Фото: srk.nationalpriority.ru