Милли проекттар
3 Ғинуар 2021, 09:30

Белоретта “аҡыллы” туҡталыш төҙөләсәк

Хеҙмәтләндереүҙең яңы төрө ҡала инфраструктураһына ыңғай тәьҫир итәсәк, юл хәрәкәте хәүефһеҙлегенә лә өлөш индерәсәк.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарында билдәләнгән “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарын яҡлау” милли проекты нигеҙендә республикабыҙҙа “Йүнселлек эшмәкәрлеген алып барыу шарттарын яҡшыртыу” төбәк проекты уңышлы тормошҡа ашырыла.
Урындарҙа үҙ кәсебен йәйелдергәндәргә төрлө яҡлап булышлыҡ итеү менән бер рәттән, район-ҡала хакимиәттәрендә “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” үткәреү ҙә ыңғай һөҙөмтә бирә.
Ошо көндәрҙә Белорет районы хакимиәтендә уҙғарылған “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә мөһим инвестиция проекты ҡаралды.
Проект инициаторы Белорет ҡалаһы урамдарының береһендә сауҙа павильондары менән заманса дизайнлы “аҡыллы” автобус туҡталышы урынлаштырырға ниәт итә. Был - йәмәғәт транспортын көткәндәргә уңайлы булһын өсөн өҫтәмә функциялар һәм видеокүҙәтеү менән ҡорамалландырылған интерактив туҡталыш буласаҡ. Хеҙмәтләндереүҙең яңы төрө ҡала инфраструктураһына ла ыңғай тәьҫир итәсәк, юл хәрәкәте хәүефһеҙлегенә лә өлөш индерәсәк.
Эшҡыуар “аҡыллы” туҡталыш өсөн ер участкаһы бүлеүҙә һәм проектты тормошҡа ашырыуҙа ярҙам һораны. Уға ғариза яҙырға, объектты визуалләштерергә кәңәш бирелде.
Фото: Белорет районы хакимиәте сайты.
Читайте нас