Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә булышлыҡ итеү” милли проектының “Роцестар фабрикаһы” программаһы буйынса ике йылда Башҡортостан предприятиеларынан бер меңдән ашыу хеҙмәткәр белемен камиллаштырған. Ҡайһы бер ойошмалар эшселәрен уҡырға бер нисә тапҡыр ебәргән.
2020 йылда йәмғеһе 23 “Процестар фабрикаһы” уҙғарылған. Уларҙа милли проектта ҡатнашҡан 23 предприятиенан 445 белгес йәлеп ителгән. Мәғлүм булыуынса, “Процестар фабрикаһы” 2019 йылдың 26 декабрендә Хеҙмәт етештереүсәнлеге өлкәһендәге төбәк компетенциялар үҙәге нигеҙендә ойошторола. Уҡыу махсус әҙерләнгән уҡыу кластарында үткәрелә. Уның төп маҡсаты – киләсәктә хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыу өсөн предприятиеларҙа һаҡсыл етештереү принциптарын индереү.