Милли проекттар
4 Ғинуар 2021, 14:00

Беренсе тапҡыр үткәреләсәк

Ғинуар-февралдә Башҡортостан Башлығы эргәһендәге Физик культура һәм спорт үҫеше мәсьәләләре буйынса советтың беренсе ултырышын үткәреү планлаштырылған.

Ғинуар-февралдә Башҡортостан Башлығы эргәһендәге Физик культура һәм спорт үҫеше мәсьәләләре буйынса советтың беренсе ултырышын үткәреү планлаштырылған.
Был хаҡта республиканың йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Руслан Хәбибов белдерҙе. “2021 йылда өҫтөнлөклө мәсьәләләр түбәндәгеләр: граждандарҙың 51 проценты физик культура һәм спорт менән даими шөғөлләнергә тейеш. 2026 йылда был һан – 56, 2030 йылда 70 процент булырға тейеш. Был мәсьәләне үтәрбеҙ тип ышанам”, – тине министр.
Әйткәндәй, һуңғы йылда республикала Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры исеменә лайыҡ булған спортсылар һаны ике тапҡырға артты. 2017 был исемде ете кеше алһа, былтыр был һан 15 булды. Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры (2020 йылда – 4, 2-19 йылда 1 спортсы), Рәсәйҙең спорт мастеры (2020 йылда – 116, 2019 йылда – 96) тигән мәртәбәле исем алдылар.
Башҡортостандың йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Руслан Хәбибовтың белдереүенсә, төбәктә спорттың 31 төрө үҫешкән. Былтыр хоккей, каратэ кеүек спорт төрҙәре төп булған. Тағы 2020 йылда халыҡ-ара ярыштарҙа еңеү яулаған спортсыларға матди дәртләндереү йәһәтенән түләүҙәр арттырылды. Әйткәндәй, спорттың үҫеше Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указы нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Демография” милли проектының “Спорт – йәшәү нормаһы” талаптарына тура килә.
Фото: bash.news
Читайте нас