Милли проекттар
4 Ғинуар 2021, 07:00

Ҙур эш башҡарылды

Валерий Лесунов урамын файҙаланыуға тапшырыу юл тармағындағы иң күләмле ваҡиғаларҙың береһе булғандыр, моғайын.

2020 йылда Башҡортостандың баш ҡалаһында, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проектына ярашлы, урам-юл селтәрендәге участкалар тәртипкә килтерелде.
Атап әйткәндә, дөйөм оҙонлоғо 20,85 километрлыҡ 22 участка төҙөкләндерелгән. Академик Королев, Архитектура, Ветошников, Дмитрий Донской, Красин, Левитан, Мәжит Ғафури, Новоженов, Нехаев, Степан Злобин һәм башҡа урамдар ремонтланған. Бынан тыш Мостай Кәрим урамында капиталь ремонт тамамланған.
2020 йылда Валерий Лесунов урамын файҙаланыуға тапшырыу юл тармағындағы иң күләмле ваҡиғаларҙың береһе булғандыр, моғайын. Яңы юл һалыуға федераль, республика һәм ҡала бюджеттарынан 261 миллион һумға яҡын аҡса бүленгән. Шулай уҡ милли проект буйынса юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген арттырыу йәһәтенән дә байтаҡ эш башҡарылған.
Фото: ufacity.info
Читайте нас