Милли проекттар
5 Января 2021, 08:30

“Ысын егеттәр хоккей уйнай!”

“Алтын шайба” – Рәсәйҙә әллә ҡасандан үткәрелгән турнир.

“Алтын шайба” – Рәсәйҙә әллә ҡасандан үткәрелгән турнир. Уның тарихы 1964 йылдың 8 декабренән – “Пионерская правда” гәзите совет малайҙарына: “Стартҡа, дуҫтар! “Алтын шайба” саҡыра!” – тип яҙған көндән башланған. Ошо уҡ йылда тәүге ярыштар үткәрелгән. Уларҙа 57 команда ҡатнашҡан. “Алтын шайба” клубын билдәле тренер Анатолий Тарасов ойошторған һәм уға рәйеслек иткән.
Турнир матчтары, нигеҙҙә, асыҡ һауала үткәрелә. Был ярыштарҙың төп маҡсаты – талантлы малайҙарҙы асыҡлау. Ә был – Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Демография” милли проектының “Спорт – йәшәү нормаһы” проекты маҡсаттарының береһе.
Республиканың йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Руслан Хәбибов социаль селтәрҙәге сәхифәһендә түбәндәгеләрҙе яҙҙы: “Өфөнөң Калинин районына һәр саҡ ихлас киләм. Осрашыуҙар һәм хәтирәләр бында яҡшы. Бөгөн сәбәп бик матур: А.В. Тарасов исемендәге “Алтын шайба” йәш хоккейсылар клубының Бөтә Рәсәй ярыштарының район этабында малайҙарға терәк булыу.
Ысын ирҙәр генә хоккей уйнай! Йәш булһалар ҙа, хоккейсылар быны раҫлай. Яратҡан 157-се мәктәп командаһын күреүемә шатмын. Хәрбиҙәрсә тырыштар! Һынатмаҫҡа вәғәҙә бирәләр. Йәнә Адик Талип улы Бикбулатов менән осрашыу. Ул оҙаҡ йылдар 60-сы лицей директоры булды, үҙенең 73 йәшендә Адик Талип улы шәп формала!”
“Алтын шайба” этаптары республиканың барлыҡ ҡалаларында һәм райондарында спорт һәм сәләмәтлек декадаһы сиктәрендә үткәрелә.
Фото: Руслан Хәбибовтың социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.
Читайте нас