Өфө хакимиәте баш ҡаланың 2021 йылға инженер һәм социаль инфраструктураһы үҫеше пландары менән таныштырҙы.
Кузнецов Затонындағы яңы торлаҡ төҙөлөшө зонаһында – ике, Баҡалы, Степан Злобин, Ҡариҙел, Әй урамдары менән сикләнгән биләмәлә бер ҡаҙанлыҡ төҙөү күҙаллана.
“Йондоҙ” биҫтәһен үҙәкләштерелгән йылылыҡ селтәренә тоташтырыу өсөн Чернышевский урамы буйлап йылылыҡ селтәрен проектлау башланасаҡ.
Нагаев, Зинин, Йылҡыбай, Федоровка, Самохваловка, Карпов ауылдарында газ менән тәьмин итеү системаһын яйға һалыу маҡсатында Өфө аръяғы газ бүлеү селтәрҙәре проектын эшләү өсөн республика адреслы инвестиция программаһына ғариза биреү планлаштырыла.
2021 йылда Менделеев урамында – бассейны, катогы, универсаль залы булған физкультура-һауыҡтырыу комплексы, Рудольф Нуриев урамында – халыҡ-ара спорт көрәше үҙәге, Калинин районында волейбол үҙәге һәм Шаҡшала бассейн төҙөү тормошҡа ашырылыр тип көтөлә.
Яңы йылда Ағиҙел буйы ярҙарын төҙөкләндереү, “Ҡашҡаҙан” паркын үҙгәртеп ҡороу, Совет майҙанын, Көньяҡ биҫтәһендәге паркты төҙөкләндереү дауам итәсәк, Баланов биҫтәһендәге паркты төҙөкләндереү буйынса проект эштәре, Сипайлово-2 биҫтәһендәге “Ҡош” скверы төҙөлөшө башланасаҡ.
Был эштәрҙең барыһы ла Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты стктәрендә үткәреләсәк.