“Бөрө билмәндәре” тип исемләнгән гастрономия фестивале мауыҡтырғыс булмаҡсы. Ул 9 ғинуарҙа Бөрө ҡалаһындағы Октябрь майҙанында үткәреләсәк. Сарала боронғо аш-һыу йолалары һәм урындағы аҙыҡ-түлек етештереүселәрҙең ҡаҙаныштары күрһәтеләсәк. Фестиваль ҡунаҡтары тәмле һәм сифатлы аҙыҡ-түлекте ауыҙ итә аласаҡ. Шул уҡ ваҡытта сараға килгәндәр өсөн төрлө уйындар, ярыштар һәм конкурстар ойоштороласаҡ.
Ҡаланың тәмле брендтарының береһенә арналған “Бөрө билмәндәре” тип исемләнгән был сара быйыл икенсе тапҡыр үткәрелә. Былтыр ул беренсе тапҡыр ойошторолғайны һәм 1 меңгә яҡын кешенең - бөрөләрҙең, яҡын-тирәлге райондарҙа йәшәгәндәрҙең, шул иҫәптән туристарҙың - иғтибарын йәлеп иткәйне, ҡыҙыҡһыныу уятҡайны. Бындай сараларҙы үткәреү урындағы халыҡ йолаларын һаҡлап ҡалыуға, ныҡлы өйрәнеүгә һәм уларҙы киләсәк быуын вәкилдәренә тапшырырға булышлыҡ итә. Ә был – Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Мәҙәниәт” милли проектының төп маҡсаттарының береһе.