Республиканың Мәҙәниәт министрлығы хәбәр итеүенсә, быларҙың барыһы ла ил Президенты Владимир Путиндың май указдары тарафынан раҫланған “Мәҙәниәт” милли проектының “Мәҙәни мөхит” төбәк программаһы ярҙамында мөмкин булған. Шулай итеп, сәнғәт мәктәбенең фортепиано класы өсөн “Kawai” пианиноһы һәм “Kayserburg” премиум-класлы фортепиано һәм ноутбук алынған.
Балалар сәнғәт мәктәбе уҡытыусылары билдәләүенсә, был үҙенсәлек ҡоролмалар уҡыусылар араһында “Һәләтле балалар. Оҫталыҡҡа юл-2020” конкурсын үткәрергә булышлыҡ иткән. Әйткәндәй, был сараның маҡсаты һәләтле балаларҙы асыҡлау ғына түгел, уларҙың ижади йәһәттән үҫешенә булышлыҡ итеү ҙә. Конкурс ике номинация – баян һәм фортепиоано – буйынса үткәрелгән. “Фортепиано” программаһы буйынса Анастасия Карабатова еңеүсе тип табылған. Бынан тыш, “Мәҙәниәт” милли проекты ярҙамында хореография бүлексәһен матди-техник йәһәттән нығытырға булышлыҡ иткән.