Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәғариф” милли проектының “Һәр кем өсөн яңы мөмкинлектәр” проекты 2019 йылда илдең Фән һәм юғары белем биреү министрлығы тарафынан ғәмәлгә индергәйне. Уның маҡсаты – Рәсәй граждандарына өр-яңы һөнәри компетенцияларға һәм оҫталыҡҡа эйә булыу мөмкинлеге биреү.
Коронавирус пандемияһы осоронда проектҡа ихтыяж айырыуса артты. Быйыл уны тормошҡа ашырыуҙа илдең 50 вузы, шул иҫәптән БДУ ҡатнаша. Университет психология, социология, һанлы технологиялар, геофизика, педагогика, медиа, коммуникациялар, инженерлыҡ-техник өлкә һәм башҡа йүнәлештәр буйынса 23 белем биреү программаһы тәҡдим итә. Әле Башҡорт дәүләт университетындағы программалар буйынса Башҡортостанда, Ҡырым Республикаһында, Мәскәү өлкәһендә, Краснодар крайында, Татарстанда, Мари Эл Республикаһында, Магадан өлкәһендә һәм башҡа төбәктәрҙә йәшәгәндәр уҡый.