Милли проекттар
10 Ғинуар 2021, 15:00

Күршеләр хоккей уйнаны

Беренсе урынды Бишбүләк районының “Олимп” командаһы яуланы.

Хоккей – ҡышҡы әүҙем ялдың иң популяр төрҙәренең береһе. Әлшәй районының Раевка ауылында Бишбүләк, Благовар, Шишмә һәм Әлшәй райондарындағы йыйылма хоккей командалары ҡатнашлығында 2004 – 2006 йылдарҙа тыуған үҫмерҙәр араһында хоккей буйынса район-ара турнир уҙғарылды. Әлеге ярыш А.В. Тарасов исемендәге “Алтын шайба” бөтә Рәсәй клубының Башҡортостандағы төбәк бүлексәһе башланғысы менән Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Демография” милли проектының “Спорт – йәшәү нормаһы” федераль проектына ярашлы ойошторола.
Уйын һөҙөмтәһендә беренсе урынды – Бишбүләк районының “Олимп” командаһы, икенсене – Әлшәйҙең “Дим”, өсөнсөнө иһә Шишмә районының “Шишмә” командаһы алды. Бөтә ҡатнашыусылар иҫтәлекле бүләктәр, еңеүселәр һәм призерҙар почет грамоталары, миҙалдар һәм кубоктар менән бүләкләнде.
Фото: vk.com
Читайте нас