Милли проекттар
11 Ғинуар 2021, 10:45

“Бергәләп ҡыйынлыҡтарҙы еңеп сығырбыҙ”

Ҡариҙел районының мәҙәниәт һарайындағы ижади коллектив урындағы медицина хеҙмәткәрҙәре өсөн концерт ҡуйҙы.

Бөгөн, Халыҡ-ара рәхмәт көнөндә, Ҡариҙел районының мәҙәниәт һарайындағы ижади коллектив “Табиптарға рәхмәт әйтәйек” берҙәм акцияһы нигеҙендә үҙәк район дауаханаһы биләмәһендә урындағы медицина хеҙмәткәрҙәренә концерт ҡуйҙы.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәҙәниәт” милли проектына ярашлы һатып алынған автоклуб сәхнәһенән ҡатмарлы 2020 йылда алғы сафта барған табиптар өсөн популяр музыкаль композициялар яңғыраны.
“Халыҡтың беҙгә күрһәткән булышлығы баһалап бөткөһөҙ. Үҙҙәренең ижады менән сираттағы тапҡыр беҙгә көс-ҡеүәт өҫтәгән, күңелебеҙҙе күтәргән артистарыбыҙға айырым рәхмәт. Бергәләп бөтә ҡыйынлыҡтарҙы, һынауҙарҙы еңеп сығырбыҙ, тип ышанам”, – тине Ҡариҙел үҙәк район дауаханаһының баш табибы Юнир Ғәлин.
Фото: srk.nationalpriority.ru
Читайте нас