Яңы йыл байрамы алдынан Иглин районындағы “Иван-Казанка” ауыл хужалығы етештереү кооперативында һөт ризыҡтарын етештереү буйынса цех эшләй башланы.
Был яңы предприятиеның төп эш йүнәлеше – сыр етештереү. Предприятиены тантаналы асыуҙа республиканың Ауыл хужалығы консультацияһы үҙәге етәксеһе И.З. Сакаев, Иглин районы хакимиәте башлығы Н.Н. Самойленко, район хакимиәте башлығының ауыл хужалығы буйынса урынбаҫары А.Ю. Коннов ҡатнашты.
2018 йылда ойошторолған “Иван-Казанка” ауыл хужалығы етештереү кооперативының рәйесе – Сергей Рябченков. Кооператив Иглин район хакимиәте ярҙамында республика программаһында ҡатнашҡан һәм 2,6 миллион һум аҡса отҡан. Был алынған һәм пайсыларҙың үҙ аҡсаһы иҫәбенә заманса цех төҙөлгән, һөттө эшкәртеү, һөт аҙыҡ-түлеген етештереү буйынса ҡорамалдар һатып алынған. Барлыҡ сығымдар алты миллион һум тирәһе тәшкил иткән.
Үҙ сығышында Ирек Сакаев был кооперативтың эшләүе һөҙөмтәһендә – фермерҙарҙың аҙыҡ-түлекте һатыу, ә ауыл хужалығы кооперативының сифатлы һөт ҡабул итеү урыны барлыҡҡа килгән. Шулай уҡ ауылда йәшәгәндәр ҙә үҙ продукцияһын кооперативҡа тапшыра ала.
Сыр етештереү цехында был сифатлы аҙыҡты етештереү өсөн барлыҡ ҡорамалдар бар. Бында ике белгес эшләй. Улар “Халуми”, “Качотта”, “Рикотта”, “Белпер кнолле”, “Альметте” исемле сырҙар һәм сыр трюфелдәрен етештерә.
Кем белә, бәлки, киләсәктә Иглин районының үҙ бренды – Иван-Казанка сырҙары барлыҡҡа килер? Ә был иһә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғыстарына ярҙам итеү” милли проекты ярҙамында мөмкин буласаҡ.
Фото: Иглин районы хакимиәте.