Әле Башҡортостандағы барлыҡ сәнәғәт етештереүе буйынса 15 йылда тормошҡа ашырыуға тип тәғәйенләнгән инвестиция портфеле 400 миллиард һумдан ашҡан. Был хаҡта республиканың сәнәғәт һәм энергетика министры Александр Шельдяев белдергән. Уның әйтеүенсә, һәр өсөнсө өҫтөнлөклө инвестиция проекты сәнәғәткә ҡарай.
Әлеге ваҡытта Башҡортостанда сәнәғәт тармағында тормошҡа ашырылған 29 өҫтөнлөклө проект бар. Уларҙың күләме 149 миллиард һум тәшкил итә.
Әйткәндәй, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы нигеҙендә балыҡҡа килгән “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғыстарына ярҙам итеү” һәм башҡа милли проекттар сит ил һәм шулай уҡ Рәсәй инвесторҙарын үҙенә йәлеп итә.
Милли проекттар Рәсәйҙең туҡтауһыҙ фәнни-технологик һәм социаль-иҡтисади үҫеше, тормош кимәлен күтәреү, һәр кешенең һәләтен асыу һәм мөмкинлектәрен тормошҡа ашырыу өсөн шарттар тыуҙырыуға йүнәлтелгән. Президент указы һәр кем һатып ала алырлыҡ торлаҡ һәм яҡшы юлдар күберәк, ғүмер оҙайлыраҡ булыуҙы һәм ярлыларҙың яртыһы урта класҡа күсеүҙе күҙаллай.