Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
12 Ғинуар 2021, 19:00

"Фермер мәктәбе"ндә ҡатнашығыҙ

Уҡырға теләгәндәрҙән документтар 20 ғинуарға тиклем генә ҡабул ителә.

“Фермер мәктәбе” белем биреү проекты икенсе ағымда уҡыусыларҙы ҡабул итеү конкурсында ҡатнашырға теләгәндәрҙән ғаризалар ҡабул итә.
“Россельхозбанк” Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығы һәм Башҡортостан дәүләт аграр университеты менән берлектә эшҡыуарлыҡты үҙ көсө менән яңы башлаған, ауыл хужалығында мәшғүл буласаҡ эшҡыуарҙарҙы уҡыта һәм кәсеп алып барғандарға квалификацияһын үҫтереүгә ярҙам итәсәк.
“Фермер мәктәбе” тыңлаусыларының беренсе ағымы ноябрь аҙағында “Сыр эшләү оҫталығы”, “Итле малсылыҡ” һөнәрҙәре буйынса үҙҙәренең бизнес-проекттарын яҡлап, дипломдар алды. Быйыл февралдә икенсе ағым уҡый башлаясаҡ. Курстар 24 февралдән Башҡортостан дәүләт аграр университеты базаһында ойошторола.
Конкурсҡа документтар 30 декабрҙән ҡабул ителә башланы, 20 ғинуарҙа тамамланасаҡ. Уҡыусылар конкурс һөҙөмтәләре буйынса һайлап алына. Крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары етәкселәре, шулай уҡ Башҡортостандағы ауыл биләмәһендә теркәлгән һәм даими йәшәгән, урта һөнәри йәки юғары белеме булған шәхси хужалыҡтар хужалары ғариза бирә ала. Проектта ҡатнашырға теләгәндәр күрһәтелгән ваҡытта “Һыу ҡоштары”, “Ҡортсолоҡ” йүнәлештәрендә эссе, презентация һәм видеяҙманы [email protected] электрон почтаға ебәрергә тейеш.
Был сара Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы ҡабул ителгән “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ итеү” милли проекты нигеҙендә ойошторола.
Автор фотоһы.
Читайте нас: