Башҡортостандың Урман хужалығы министрлығы йәш ылыҫлы үҫентеләрҙе һаҡлау, Яңы йыл байрамы осоронда шыршыларҙы әҙерләүгә, ташыуға һәм һатыуға оператив контроль булдырыу маҡсатында территориаль полиция бүлеге, “Гостехнадзор” инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре, йәмәғәт инспекторҙары, казактар йәмғиәте менән берлектә “Шыршы-2020” операцияһын ойошторҙо.
Сара барышында 2736 рейд үткәрелде, шыршы әҙерләнгән 394,8 гектар майҙан тәртипкә килтерелгәндән һуң ведомство тарафынан ҡабул ителде, ылыҫлы ағастарҙы рөхсәт ҡырҡыу осраҡтары ла (22) асыҡланды, зыян күләме 53 мең һум тәшкил итте.
Өфө, Стәрлетамаҡ, Бәләбәй, Туймазы, Бөрө, Яңауыл, Мәләүез, Нефтекама, Белорет ҡалаларында һәм ҡайһы бер район үҙәктәрендә шыршыны законһыҙ һатыу нөктәләрен асыҡлауға йүнәлтелгән 37 рейд уҙғарылды.
Урман хужалығы министрлығы тарафынан ойошторолған был мөһим саралар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Экология” милли проекты маҡсаттарын һәм бурыстарын тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итә.
Фото: forest.bashkortostan.ru