Милли проекттар
13 Ғинуар 2021, 06:30

Күгәрсендә - заманса китапхана

Ул Мораҡта түңәрәктәр иҫәбен арттырасаҡ, клубтар эшен йәнләндерәсәк, төрлө сараларҙы даими ойоштороу мөмкинлеген бирәсәк.

Күгәрсен районының Мораҡ ауылында моделле китапхана барлыҡҡа киләсәк. Ул октябрҙә асыласаҡ.
Күгәрсен район китапханаһы Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарында билдәләнгән “Мәҙәниәт” милли проекты буйынса 2021 йылда моделле муниципаль китапханалар булдырыу йәһәтенән һайлап алыу конкурсында төбәктәр араһында еңеүселәрҙең береһе тип таныла.
“Моделле китапханала фәнни һәм художестволы йөкмәткеле заманса мәғлүмәт ресурстарына, һанлаштырылған киң мәғлүмәт сараларына, шулай уҡ “Милли электрон китапхана”ға инеп белешмә мөмкин буласаҡ", - тип аңлатма бирҙе Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығының матбуғат секретары Олеся Мельникова.
Заманса учреждение Мораҡта төрлө түңәрәктәрҙең иҫәбен арттырасаҡ, клубтарҙың эшен йәнләндерәсәк, шулай уҡ мәҙәни-мәғрифәт йүнәлешендәге, социаль әһәмиәтле сараларҙы даими ойошторорға мөмкинлек бирәсәк.
Моделле китапханала балалар өсөн уйын зонаһы һәм ял итеү урындары булдырыу ҙа ҡаралған.
Яңы форматтағы китапхананы булдырыу өсөн 35 миллион һум аҡса йүнәлтеләсәк. Шуның 10 миллионы - федераль ҡаҙнанан, 5 миллионы республика бюджетынан бүленәсәк. Был аҡсаға китаптар, йыһаз, ҡорамалдар һатып алынасаҡ, хеҙмәткәр өсөн уҡыуҙар ойоштороласаҡ.
Шулай уҡ бинала капиталь ремонт уҙғарыу өсөн республика һәм урындағы ҡаҙнанан 20 миллион һум аҡса бүлеү күҙаллана.
Фото: nnovgorod.bezformata.com
Читайте нас