Милли проекттар
14 Ғинуар 2021, 16:00

Эшһеҙ ҡалған Өфө егете эшҡыуар булып киткән

Пандемия ҡыҙған осорҙа йәш кеше эшһеҙ ҡала, ҡулында – бәләкәй бала, ҡатыны – декрет ялында.

Коронавирус пандемияһы һөр кешенең, ғаиләнең тормошона тәьҫир итмәй ҡалманы. Өфө егете Дамир Ғөбәйев ошо арҡала эшһеҙ ҡала. Әммә йәш кеше төшөнкөлөккә бирелмәй, Башҡортостан Республикаһының Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты һәм “Минең бизнесым” үҙәге ҡарамағында булдырылған фуд-акселераторға инеп, үҙ эшен асыуға өлгәшә. Был хаҡта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та социаль селтәрҙәге сәхифәһендә яҙып сыҡты.
“Бөгөн үҙем алып барған “Башҡортостандың һоҡланғыс кешеләре тормошо” рубрикаһында Өфөнән Дамир Ғөбәйев тураһында һөйләгем килә. Пандемия ҡыҙған осорҙа йәш кеше эшһеҙ ҡала, ҡулында – бәләкәй бала, ҡатыны – декрет ялында. Эстән генә аҙ тәьмин ителгән ғаилә статусына әҙерләнә, әммә һөҙөмтәлә аҙыҡ-түлек производствоһында уңышлы эш башлай. Былтырғы йылдан Башҡортостан Республикаһының Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты һәм “Минең бизнесым” үҙәге ҡарамағында эшләгән фуд-акселераторға инә. Унда уға үҙ эшен асырға ярҙам итәләр, аҡсалата ярҙам күрһәтәләр. Ошо аҡсаға Дамир гидропонлы ҡорамалдар һатып алып, хәҙер 10-дан ашыу төрҙәге йәшел тәмләткес үләндәр үҫтерә. Интернет-маркетолог һөнәренә эйә булыуы һатыуҙы ойошторорға ярҙам иткән. Тәүҙә йәшел тәмләткестәрҙе дөрөҫ туҡланыуҙы үҙ итеүселәр һатып алһа, хәҙер магазиндар ҙа ҡыҙыҡһына башлаған. Яҙға табан эшҡыуар аҙыҡ-түлек сәнәғәтендә ҡулланылған сәскәләр үҫтерергә тотоноп, эшен киңерәк йәйелдерергә уйлай.
Был тарих көрсөк осоронда ла шәхси трамплин табыу мөмкинлеге булыу тураһында. Иң мөһиме – теләк булһын”, – тип яҙҙы Башҡортостан Башлығы.
Дамир Ғөбәйевтең миҫалы – республикала эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса алып барылған ҙур эшмәкәрлектең бәләкәй генә сағылышы ул. Был башланғыстар ил Президенты Владимир Путиндың май указдарында билдәләнгән “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ итеү” милли проекты ҡуйған бурыстарҙы тормошҡа ашырыуға ла ярҙам итә.
Читайте нас