Өфөлә “Йыл һөнәрсеһе-2020” республика конкурсына йомғаҡ яһалды. Ул Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты нигеҙендә уҙғарылды. Белорет эшҡыуарҙары Виргиния Латохина, Наталья Калмыкова һәм Сергей Зонов конкурста ҡатнашыу тәҡдимен республика кимәлендә үҙ ҡаҙаныштары менән таныштырыу мөмкинлеге итеп ҡабул итте һәм яҡшы баһа алды.
Виргиния “ЭкспрессРеклама” компанияһында эшләй, промо-сувенирҙар, грамоталар, ручкалар яһай, футболкалар тегә. Шәхси эшҡыуар Сергей Зоновтың “Даға” тимерлеге менән берлектә ул Тирлән ауылында “Тарих ҡуласаһы” тигән стенд ойошторҙо. “Миҙгел” ательеһы хужабикәһе Наталья Калмыкова иһә Ҡағы ауылында урынлашҡан Изге Николай Мирлийский ҡорамындағы ҡыңғырауҙарҙы ҡулдан биҙәргә ярҙам итте.
ВДНХ-Экспола уҙғарылған сараға Башҡортостандың төрлө ҡала, райондарынан, Ҡазандан, Һамарҙан, Силәбенән, Волгоградтан, Пермдән, Липецкиҙан, Тольяттиҙан оҫталар килгәйне. Конкурсҡа төрлө эштәр ҡуйылғайны: кейем-һалым, ҡулдан эшләнгән көмөш биҙәүестәр, йорт кәрәк-ярағы, күн, ағасты һырлап яһалған әйберҙәр, керамика һ.б.