Бөгөн Башҡортостандың төҙөлөш һәм архитектура министры Рәмзил Күсәрбаев республиканың төҙөлөш тармағының былтырғы эш һөҙөмтәләренә арналған брифинг үткәрҙе, журналистарҙың һорауҙарына яуап бирҙе.
– Йыл, белеүебеҙсә, еңелдән булманы, әммә беҙ “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты буйынса билдәләнгән барлыҡ күрһәткестәргә ирештек, – тине Рәмзил Наил улы үҙенең инеш сығышында. – Яҡынса йомғаҡтарға ярашлы, республикала бөтә төр финанслау сығанаҡтары иҫәбенә 2 миллион 450 мең квадрат метр торлаҡ төҙөлдө, аныҡ һандар ғинуар аҙағында билдәле буласаҡ.
Министр әйтеүенсә, торлаҡ төҙөп файҙаланыуға тапшырыу буйынса Башҡортостан Волга буйы федераль округында икенсе урында тора һәм Рәсәйҙең тәүге ун төбәге исемлегенә инде. Әгәр ҙә Рәсәй буйынса тамамланған торлаҡ төҙөлөшө күләме былтыр алдағы йыл менән сағыштырғанда ике процентҡа артһа, Башҡортостанда был күрһәткес 3,3 процент тәшкил итте.
Халыҡтың льготаларға эйә булған өлөшө өсөн дә былтыр 166 мең квадрат метр торлаҡ төҙөп бирелгән. Социаль объекттар буйынса ла күрһәткестәр ҡыуанырлыҡ: үткән йыл бөтәһе 45 шундай объект төҙөлгән. Улар һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, мәҙәниәт һәм спорт өсөн биналарҙы үҙ эсенә ала.
Иң ҙурҙары һәм әһәмиәтлеләренән министр Зубов ауылындағы һәм Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы эвакогоспиталдәрҙе телгә алды. Был төрҙәге объекттарҙы төҙөү быйылғы йыл башында ла ҙур тиҙлек менән төҙөлөүен дауам итә. Уларҙан Рәмзил Наил улы иң ҙуры тип Өфөләге Инорс-4 биҫтәһендәге 1600 уҡыусыға иҫәпләнгән мәктәпте атаны.