Башҡортостан
+24 °С
Ямғыр
VK
РУС
Telegram
Дзен
МАКС
Милли проекттар
16 Ғинуар 2021, 08:30
Ғариза ҡабул итә башланылар
29 ғинуарға тиклем тапшырырға өлгөрөгөҙ.
Рәсәйҙең Ауыл хужалығы министрлығы иген культураларын экспортҡа сығарыу өсөн квоталарҙы бүлеү буйынса ғаризалар ҡабул итә башланы.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, былтыр 14 декабрҙә ил Хөкүмәте Рәсәйҙән бойҙай, арыш, арпа һәм кукурузды экспортҡа сығарыу өсөн 17,5 миллион һум күләмендә тариф квотаһын он менән икмәккә хаҡтарҙың тотороҡланыуы өсөн билдәләгәйне. Квота 2021 йылдың 15 февраленән 30 июнгә тиклем ғәмәлдә буласаҡ. Хәҙер Таможня союзына инмәгән илдәргә 17,5 миллион тоннанан ашыу күләмдәге игенде һатҡанда 50 процентлыҡ иғәнә (әммә бер тоннаға 100 евронан кәм булмаған) һалынасаҡ.
Квотаны бүлеү буйынса ғаризалар 2021 йылдың 15 – 29 ғинуарында Рәсәйҙең Ауыл хужалығы министрлығы хеҙмәтләндереүе порталы (
http://service.mcx.ru/
), шулай уҡ хат һәм ҡулдан тапшырыу юлы менән ҡабул ителә.
10 февралдә илдең Ауыл хужалығы министрлығы Рәсәй Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығына экспортҡа сығарыусыларҙың раҫланған исемлеген ебәрәсәк. Иген культураларын экспортҡа сығарыу өсөн лицензияны Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы бирәсәк. 2020 йылда Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Экспорт һәм халыҡ-ара кооперацияһы” милли проекты буйынса 2020 йылға ауыл сәнәғәт продукцияһын экспортҡа сығарыу индикаторы 115 миллион АҠШ доллары тәшкил иткән.
ВладимирПутин
#национальныепроекты
#нацпроекты
#региональныепроекты
#регпроекты
#нацпроектыБашкортостан
Фото: республиканың Ауыл хужалығы министрлығы.
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"