Милли проекттар
16 Ғинуар 2021, 10:00

Китапханалар ҙа ситтә ҡалманы

"Мәҙәниәт" милли проекты өсөн былтыр бер миллиард 200 миллион һум аҡса йүнәлтелгән.

Республикалағы дүрт китапхана хеҙмәткәрҙәре һәм уҡыусылары өсөн әлеге Яңы йыл үҙенсәлекле булды – уны яңы быуын китапханаларында ҡаршыланылар.
Шуға күрә байрам сараларын да китапханасылар ныҡлы уйлап, фантазия менән ойошторҙо. Ситтән тороп һәм туранан-тура уҙғарылған 62 яңы йыл сараһында бөтәһе 768 кеше ҡатнашты.
Дүртөйлө районының китапханалар системаһы директоры Е.В. Хәлиуллина проекттың әһәмиәтен билдәләне.
– “Мәҙәниәт” милли проекты заманса китапхана асыу мөмкинлеген бирҙе. Ауыл халҡында уға ихтыяж бик ҙур”, – тине ул.
Ҡандар ауыл балалар модель китапханаһында “Күңелле Яңы йыл” байрамы ойошторолдо. 12 ғинуарҙа Андреевка модель китапханаһы Zoom платформаһында “Ҡыш бабай эҙенән” квест-уйынын уҙғарҙы.
Мәғлүм булыуынса, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәҙәниәт” милли проектына былтыр бер миллиард 200 миллион һум аҡса йүнәлтелгән. Билдәле булыуынса, ул "Мәҙәни мөхит", "Ижади кешеләр", "Һанлы мәҙәниәт" федераль проектын үҙ эсенә ала.
Фото: culture.bashkortostan.ru
Читайте нас