Бәләбәй районының Яңы Семенкин ауылында капиталь фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөлдө. Яңы йылдың беренсе кварталында медицина учреждениеһын файҙаланыуға тапшырасаҡтар, бәләбәйҙәр уның асылыуын күптән түҙемһеҙлек менән көтә.
Медицина пункты 194 кешене хеҙмәтләндерәсәк, шул иҫәптән 19 баланың сәләмәтлеге шәфҡәт туташтары ҡарамағында. Һауыҡтырыу учреждениеһында пациенттарҙы ҡабул итеү һәм хеҙмәткәрҙәр өсөн бөтә шарттар булдырылған, прививка һәм процедура кабинеттары, өлкәндәрҙе ҡабул итеү, дарыуҙарҙы һаҡлау бүлмәләре бар. Медицина учреждениеһында тәүге медик-санитария ярҙамы, шул иҫәптән, кисектергеһеҙ акушер-гинекология ярҙамы, күрһәтеләсәк, медицина анализдары биреү мөмкинлеге бар. Республикала 13 капиталь фельдшер-акушерлыҡ пунктын төҙөү тамамланды. Улар 2019-2020 йылдарҙа республика бюджеты иҫәбенә төҙөлдө, 100 миллион һумдан ашыу аҡса тотонолдо.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы, 2024 йылға хеҙмәткә яраҡлы йәштәге халыҡ араһында үлем күрһәткестәрен кәметеү, медицина учреждениеларында кадрҙарға ҡытлыҡты бөтөрөү, барлыҡ граждандарҙы йылына кәм тигәндә бер тапҡыр иҫкәртеү саралары менән солғау, медицина ярҙамынан һәр кемдең файҙаланыу мөмкинлеген арттырыу бурысы ҡуйылғайны. 12 милли проект араһында ”Һаулыҡ һаҡлау “ милли проекты алдына ҡуйылған бурыстарҙы уңышлы тормошҡа ашыра, ҡеүәттәрҙе тулыраҡ үҙләштерергә тырыша.