Башҡортостан Рәсәй төбәктәре араһында “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектын тормошҡа ашырыу буйынса дүртенсе урынды биләй. Был хаҡта республиканың Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итте. Был рейтинг 2020 йылдың IV кварталы һөҙөмтәләре буйынса Хеҙмәт етештереүсәнлеге өлкәһендәге вәкәләттәр федераль үҙәге тарафынан төҙөлгән.
“Иҫәпләгәндә төбәк вәкәләттәр үҙәктәре эше менән ҡәнәғәт ҡалыу, штаттың тулы булыуы, предприятиеларҙы күберәк йәлеп итеү, башланған проекттар, тамамланған проекттар һаны һәм өлгөләрҙе ойоштороу кеүек критерийҙар иҫәпкә алынды. Бынан тыш, предприятиеларҙың етештереү процестарын ҡулайлаштырыу һөҙөмтәләре баһаланды”, – тип белдергән Башҡортостандың иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрының беренсе урынбаҫары Айрат Фәхретдинов.
Төбәк вәкәләттәр үҙәгенең төп бурысы – “һаҡсыл етештереү” принциптарын ғәмәлгә индереү буйынса сараларҙы тормошҡа ашырыу. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгәйне, һәм ул етештереү процестарын ҡулайлаштырыуға йүнәлтелгән.