Былтыр Рәсәйҙә торлаҡтың файҙаланыуға тапшырылыу үҫеше 2,3 процент тәшкил иткән. Республикала был күрһәткес 3,3 процент булған йәки был күрһәткес илдәге уртаса күрһәткестәрҙән юғарыраҡ.
Республиканың Төҙөлөш һәм архитектура министрлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, былтыр Башҡортостанда 2,5 миллион квадрат метр торлаҡ файҙаланыуға тапшырылған. Торлаҡ төҙөлөшө күләме буйынса республикабыҙ Волга буйы федераль округында икенсе урынды биләй һәм Рәсәй Федерацияһының тәүге ун төбәгенә ҡарай. Халыҡтың ташламаға эйә өлөшө өсөн файҙаланыуға тапшырылған торлаҡ күләме 160 мең квадрат метр тәшкил иткән. Шулай уҡ авариялы торлаҡта йәшәүселәр күсерелгән. Шулай итеп, 1 мең тирәһе ғаилә яңы өй уйлаған.
Социаль инфраструктура өлкәлә Өфө ҡалаһының Киров районында гимнастика буйынса балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбенең физкультура-һауыҡтырыу комплексы төҙөлөшөн тамамларға кәрәк әле. Ә был Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Демография” милли проектының “Спорт – йәшәү нормаһы” проекты маҡсаттарын тормошҡа ашырырға булышлыҡ итәсәк.